Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2019, 23:17

Егеткә һаман да аҡыл ултырмаған...

Бәләбәй ҡалаһы суды 37 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарған. Ул социаль объектты шартлатыу тураһында ялған хәбәр таратыуҙа ғәйепләнә.

Апрель айында район дауаханаһының наркология бүлексәһендә дауаланған килеш, полицияға телефон аша шылтыратып, бер аҙ “шаярып” алмаҡсы була. Исемен үҙгәртеп, танышының район дауаханаһын шартлатырға йыйыныуын хәбәр итә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары бинаны тикшереү эшен башлай. Бер ниндәй шартлатыу ҡорамалы ла табылмай.

Ир үҙенең ғәйебен тулыһынса таный. Мәғәнәһеҙ “шаяртыу” ҡиммәтҡә төшә. Суд уны өс йыл да алты айға иркенән мәхрүм итә. Өҫтәүенә бөтә сығымдарҙы түләргә тура киләсәк. Баҡһаң, ир быға тиклем дә енәйәт ҡылғаны өсөн хөкөм ителгән булған.
Читайте нас: