Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2019, 11:01

Ноябргә ниндәй эштәр ҡаралған?

Республикала “Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” милли проекты нигеҙендә “Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль проекты тормошҡа ашырыла.

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында әлегә нисә районда күпме социаль әһәмиәтле объекттың юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылғаны хаҡында мәғлүмәт биреләсәк. Шулай уҡ ноябргә планлаштырылған эштәр тураһында әйтеләсәк.

“Мәғлүмәт инфраструктураһы” программаһы ярҙамында иң төпкөлдә ятҡан ауылдарға ла юғары тиҙлекле интернет индереү мөмкинлеге асылды, – тине республиканың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты матбуғат секретары Алевтина Дауытова. – Ошо программаға ярашлы, 2021 йылдың аҙағына тиклем 2774 социаль объект юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыласаҡ”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл июлдә үткәрелгән аукцион һөҙөмтәләре буйынса, проекттың операторы итеп “Башинформсвязь” йәмғиәте танылды.

Контракт шарттарына ярашлы, ағымдағы йылдың 1 декабренә тиклем оператор 722 социаль объектты юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырырға тейеш, был – дөйөм бурыстың 26 проценты.

Билдәле булыуынса, “Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” милли проекты алты федераль проектты үҙ эсенә ала: “Һанлы мөхитте норматив көйләү”, “Мәғлүмәт инфраструктураһы”, “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар”, “Мәғлүмәти хәүефһеҙлек”, “Һанлы технологиялар”, “Һанлы дәүләт идаралығы”.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: