Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2019, 16:08

Башҡортостанда нимә нығыраҡ ҡиммәтләнгән һәм арзанайған - статистика

Статистиктар мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙнала Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ҡулланыусылар кәрзинендә айырыуса йәшелсә ҡиммәтләнгән. Әйтәйек, помидорҙың хаҡы 13,5 процентҡа артып, бер килограмы уртаса 90 һумға еткән, тип хәбәр итә Башстат.

Ошо уҡ ваҡытта башлы һуған 5,1 процентҡа ҡыйбатланған, хәҙер уның бер килограмы уртаса 20 һум тора.

Шартлы өсөнсө урында – карамель, бер килограмының хаҡы уртаса 206 һумға төшә (3,9 процент).

Республикала ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә шулай уҡ яртылаш ыҫланған һәм бешкән-ыҫланған колбаса, һыйыр ите, маргарин, сыр, йомортҡа, һөт, печенье, тоҙ, арыш икмәге, арыш һәм бойҙай ононан бешерелгән икмәк, дөгө, ҡарабойҙай, вермишель, макарон, картуф һәм кәбеҫтә бар. Бер аҙнала ошо аҙыҡ-түлектең хаҡы 0,2-нән 2 процентҡа тиклем артҡан.

Ә шәкәр һәм тары ярмаһы, киреһенсә, арзанайған – бер аҙнала 2,8 һәм 2,7 процентҡа. Хәҙер Башҡортостанда шәкәр ҡомоноң бер килограмы — 30, тары ярмаһы 66 һум тора.

Республикала сусҡа ите, һарыҡ ите, тауыҡтар, сосиска, сарделька, бешкән колбаса, ит консервалары, туңдырылған балыҡ, аҡ май, көнбағыш майы, ҡаймаҡ, эремсек, шоколадлы кәнфиттәр, сәй, он, бойҙай икмәге, кишер, ҡыяр, алма 0,01 — 2,5 процентҡа арзанайған, тип йомғаҡ яһаны статистиктар.
Читайте нас: