Был инде 50 йәшлеклтәрҙе һәм унан өлкәндәрҙең белемен арттырыуға 2020-2022 йылдарҙа йыл һайын 3,4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк тигән һүҙ.
Иң ҙур субсидиялар Краснодар крайына (йылына 153,4 миллион һум), Мәскәү өлкәһенә (йылына 132,2 миллион һум) һәм Башҡортостанға (йылына 122,2 миллион һум) ҡаралған.
Иң аҙ аҡса алыусылар Ненец автоном округы (йыл һайын 270,1 мең һум), Чукотка (616,3 мең һум йыл һайын) һәм Ямал-Ненец автоном округы (йылына 922,1 мең һум) буласаҡ.
Ни өсөн шундай айырма, тиһеҙме? Илдең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан аңлатыуҙарынса, субсидиялар һәр төбәктә программала ҡатнашыусылар һанын иҫәпкә алып бүленгән.
Әйткәндәй, өлкәндәр “Демография” милли проекты сиктәрендә бушлай белем аласаҡ. Милли проект буйынса 6 йыл эсендә 450 мең кешене уҡытыу планлаштырыла.