Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2019, 11:31

Владимир Путин яһалма интеллект тураһында һөйләне

Рәсәй Президенты Мәскәүҙә “Artificial Intelligence Journey” тип аталған конференцияның пленар өлөшөндә сығыш яһаны. Был сараға яһалма аҡыл тармағында эшләүсе биш меңләп эксперт ҡатнашты.

Владимир Путин билдәләүенсә, яһалма интеллект өсөн мәғлүмәт киңлектәре ысын “аҙыҡ” булып тора. Уларҙың сифаты ни тиклем юғары, күләме ни тиклем ҙур, һөҙөмтәһе лә шул тиклем теүәлерәк буласаҡ.

Әлбиттә, яһалма аҡыл системаһын эшләү өсөн яҡшы әҙерлекле белгестәр ҙә кәрәк. Был тәңгәлдә программистар, математиктар, компьютер лингвистары, мәғлүмәт эшкәртеүсе белгестәрҙе әҙерләүгә ҙур иғтибар биреү мотлаҡ.

Путин әйтеүенсә, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары, колледждары яһалма интеллект буйынса алғы рәттәрҙә торорға тейеш. Бының өсөн беҙҙең мөмкинлектәр бар.

#ВладимирПутин
Читайте нас: