Дим буйҙары
+22 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноября 2019, 08:27
Аҡбуҙатҡа - һәйкәл
Башҡортостандың Бөрйән районында «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостары персонажына — Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла..
Аҡбуҙат танылған башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошовтың эскизы буйынса Силәбе өлкәһенең Кәҫле заводында ҡойолған. Кәҫленән суйын һынды 6 ноябрҙә йөк тракторында килтергәндәр.
Уның бейеклеге – өс метр, ҡанаттары араһында арауыҡ та өс метр самаһы. Әҙерләүселәр мәғлүмәте буйынса, аттың ауырлығы – өс тоннаға яҡын.
«Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостарында һүрәтләнгәнсә, беҙҙең Аҡбуҙ көмөшкә буялған, ҡеүәтле ҡанатлы, булат ҡылыслы, — тип хәбәр итте республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. — Башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәренә ҡуйылған тәүге һәйкәл барыһына ла оҡшар һәм Башҡортостандың халыҡты үҙенә тартып торған иң күркәм урындарының береһенә әүерелер тип ышанам».
«Аҡбуҙат» монументаль-скульптура композицияһы Шүлгәнташ мәмерйәһенән йыраҡ түгел, Йылҡысыҡҡан күле янында урын аласаҡ.
башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"