Дим буйҙары
+20 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноября 2019, 08:58
Өфө — Рәсәйҙең иң аҡыллы 10 ҡалаһы иҫәбендә
Өфө Рәсәйҙең иң аҡыллы ун ҡалаһы иҫәбенә инде. Tvil.ru аналитиктары уҙғарған һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың баш ҡалаһы,1,39% тауыш йыйып, 10-сы урында тора.
Өфөлә бер нисә фәнде үҫтереү үҙәге бар: Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең математика, молекулалар һәм кристалдар физикаһы, механика, нефть химияһы һәм катализ, органик химия институттары һәм башҡалар; Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы учреждениелары: күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты, «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, үткәргес торба транспорты гидравликаһы үҙәге, «Биоплант» биотрансплантаттар һәм биопрепараттар ғилми-тикшеренеү һәм етештереү институты; «РН-УфаНИПИнефть», «Башгипронефтехим» шәхси компанияларының проект һәм тикшеренеү институттары һәм башҡалар.
Башҡортостандың баш ҡалаһы түбәндәге ҡалаларҙан ҡалышты: Санкт-Петербург (29,17% тауыш), Мәскәү (22,22%), Новосибирск (12,55%), Ҡазан, Екатеринбург (по 11,11%) һәм Түбәнге Новгород (5,56%), Сочи, Севастополь (по 2,58%) һәм Красноярск (1,39%).
http://www.bashinform.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
9 Июля , 09:03
Бәхетле ҡартлыҡ — ул яҙмыш бүләге
Общие статьи
8 Июля , 15:49
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"