Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь 2019, 02:13

ФСБ полковнигы 6 миллиард һум аҡсаһын дәүләткә кире ҡайтарған...

Ә туғандары унда бабаһының өлөшө лә бар, тип раҫлай. Имеш тә, ул 45 миллион һумды ғүмере буйы аяҡ кейеме тартмаһына йыйған.

Суд Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте полковнигы Кирилл Черкалиндың һәм уның туғандарының дөйөм суммаһы 6 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән аҡсаһын, фатирҙарын һәм сәғәттәрен конфискациялаған. Судта полковниктың атаһы һәм ағаһы күсемһеҙ милекте конфискациялауға ҡаршы сығыш яһаған. Улар 45 миллион һум аҡсаны Черкалиндың бабаһы йыйған һәм ул аҡсаны аяҡ кейеме тартмаһында һаҡлаған тип белдергән. Күсемһеҙ милек нәҡ шул бабаһы биргән аҡсаға һатып алынған да инде тип раҫлай улар. Полковниктың йортонда, кабинетында һәм машинаһында 800 миллион һум, 72 миллион доллар һәм 8 миллион евро аҡса табылған. Шулай уҡ биш фатир, 14 тораҡ булмаған бина, ҡала ситендәге ике йорт һәм 7000 квадрат метр майҙанлы алты ер участогы, ҡиммәтле 40 сәғәт һәм 40 миллион һумлыҡ алтын биҙәнеү әйберҙәре конфискацияланған.Черкалин ғаиләһенә суд Мәскәүҙең Мичурин проспектындағы ике бүлмәле фатирын ғына ҡалдырған, унда полковниктың һеңлеһе улы менән йәшәй. Прокуратура башта был фатирҙы ла алырға талап иткән, тик һуңынан бу талаптан баш тартҡан.
Читайте нас: