Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь 2019, 02:21

Машинаңа хужа булмаһаң, хушлаш!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡалаларҙың күп ҡатлы йорттары ихаталарын ташландыҡ автомобилдәрҙән таҙартыу тураһындағы күрһәтмәһе әллә ҡасандан уҡ көтөлгән сара булараҡ ҡабул ителде. Ғөмүмән, республикала "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты нигеҙендә әһәмиәтле саралар күрелә.

Сер түгел: был машиналарҙың хужаларына ташландыҡ техника кәрәкмәй, сөнки уларҙы йүнәтеү мөмкин түгел. Шуныһын да беләбеҙ: ул машиналарҙың элекке “хужа”ларының күбеһе әллә ҡасан яңы автомобилдәрҙә елдерә. Ә иҫкеһен сүп-сар йыйыу урынына алып барырға ашыҡмай, сөнки транспорт өсөн түләргә кәрәк.

Әйткәндәй, ташландыҡ автомобилдәр тураһындағы мәғлүмәтте һәр кем “WhatsApp” мессенджерындағы мобиль ҡушымта аша ла хәбәр итә ала. Уның, мәҫәлән, өфөләр ошо телефонға хәбәр ебәрә ала: 8 986 964 13 22. Электрон почтанан да мөрәжәғәт итергә мөмкин: [email protected]

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: