Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ноябрь 2019, 19:03

Һалымыңды түләмәһәң, тыныс йоҡлармын тимә!

Һалым түләү тамамланыуға һанаулы көндәр ҡалып бара

Транспорт, милек, ер һалымы түләү тураһындағы ҡағыҙҙар октябрь айында уҡ таратылды. Әгәр ҙә һалым суммаһы 100 сумдан аҙыраҡ икән, һалым түләргә кәрәклеге тураһында хәбәр ебәрелмәй. Һалым суммаһы 100 һумдан артҡандан һуң ғына почта аша хат киләсәк.

Һалым тураһында мәғлүмәтте һалым инспекцияһы сайтындағы шәхси кабинетта күҙәтеп барырға була, шулай уҡ теркәлеү урыны буйынса һалым инспекцияһы белгестәренә, йә күп функциялы үҙәктәргә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Һалымды ваҡытында түләмәһәң, ниндәй яаа ҡаралған һуң? Рәсәй Һалым кодексының 75-се статьяһы нигеҙендә түләнмәгән һалым өсөн пеня өҫтәлә. Һалым түләү ваҡыты уҙғандан һуң, кәмендә биш көн эсендә һалым органдарынан киҫәтеү килә. Ул осраҡта ла һалым түләнмәһә, бурысты суд аша ҡайтарасаҡтар. Суд приставтары кешенең милеген, банктағы иҫәптәрен, табышын тикшерәсәк. Бурыслы кешене сит илгә сығыу хоҡуғынан да сикләргә мөмкиндәр. Бынан тыш, бурыстың 7 проценты күләмендә, әммә 1000 һумдан да кәм булмаған йыйылма сумманы түләргә тура киләсәк. Әгәр ҙә бурыс суммаһы 25 мең һумдан артмай икән, һалым инспекцияһының ул аҡсаны кешенең хеҙмәт хаҡынан, пенсияһынан, стипендияһынан тотоп ҡалырға ла хаҡы бар.
Читайте нас: