Был уңайҙан Хөкүмәттең сираттағы кәңәшмәһе үткәрелде. Кәңәшмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны: “Беҙ данлыҡлы яугирҙәргә бай төбәк. Тик уларҙың батырлығын мәңгеләштереү буйынса эштәр бик аҡрын бара. Мәҫәлән, Словения һәм Чехословакияла партизан отрядтары ойоштороп, уларға етәкселек иткән Вафа Әхмәҙуллин һәм Даян Мурзиндың хәрби батырлыҡтары тейешенсә баһаланмаған. Хәбәрһеҙ юғалган хәрбиҙәребеҙҙең яҙмышын асыҡлауҙы ла йәнләндереү һорала. Ҡаһарман яугирҙәрҙең ҡәберҙәрен, һәйкәлдәр һәм обелисктарҙы тәртиптә тотоу буйынса киң йәмәғәтселекте йәлеп итергә кәрәк.
Бөгөнгө көндә иҫән-һау булған ветерандарыбыҙҙы онотмайыҡ. 2020 йылдың 9 майына торлаҡ менән тәьмин ителмәгән бер ветеран да ҡалырға тейеш түгел. Һәр бер ветерандың йәшәү шарттарын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк”,-тине Радий Фәрит улы.
Әткәндәй, легендар геройыбыҙ Миңниғәли Шәйморатовҡа, Совет мәйҙанында атлы һәйкәл урынлаштырыласаҡ.