Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ноябрь 2019, 18:42

Интернетҡа – паспорт менән!

Рәсәйҙә интернетҡа инеү өсөн мотлаҡ паспорт менән теркәлеүҙе талап итә башлаясаҡтармы?

“Аванти” эшҡыуарлыҡты, илһөйәрлекте үҫтереү буйынса эшҡыуарҙар ассоциацияһы етәксеһе Рахман Янсуков Рәсәй Дәүләт Думаһына һәм Федерация Советына шундай тәҡдим индергән. Уның әйтеүенсә, ил биләмәһендә интернет селтәренә инеү өсөн шәхесте раҫлаған документтың электрон төрөн күрһәтергә кәрәк икән. Бәлиғ булмағандар интернетҡа ата-әсәһенең йәки законлы вәкилдәренең рөхсәте менән генә инә аласаҡ.

Быларҙың барыһы ла киберенәйәттәрҙе иҫкәртеү өсөн эшләнә. Шулай итеп, законһыҙ эш ҡылынған осраҡта ғәйеплеләрҙе табыуы еңел буласаҡ. Дәүләт Думаһының ошо йүнәлешле комитетында был башланғысты ҡарарға әҙер булыуҙары, тик илдәге халыҡтың фекерен белеү кәрәклеге хаҡында әйткәндәр.

Ә бына Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков, интернетта паспорт буйынса мотлаҡ теркәү граждандарҙның хоҡуҡтарын боҙа, тип белдергән. Шулай итеп, Кремлдә был башланғысты хупламағандар.
Читайте нас: