Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2019, 22:07

Башҡортостанда ир-егеттәргә аталыҡ капиталы түләй башлауҙары ихтимал

Башҡортостанда өсөнсө бала тыуғанда аталыҡ капиталын индерергә йыйыналар.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы проект тураһында фекер алышыу ойоштора. Проектты йыл аҙағына тиклем тикшереү һәм ҡарарҙы Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһына ебәреү күҙаллана.

Әлеге ваҡытта икенсе йәки артабанғы балалары тыуған йә иһә уллыҡҡа алған ғаиләләр әсәлек (ғаилә) капиталы формаһындағы дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Аталыҡ капиталы өсөнсө бала тыуғас түләнергә тейеш. Ул әсәлек капиталын тулыландыра. Төп шарт – бөтә балалар ҙа бер ғаиләлә тыуырға һәм тәрбиәләнергә, ә ата-әсә рәсми теркәлгән никахта торорға тейеш. Башланғысты Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының Ғаиләгә, әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам күрһәтеү комиссияһы рәйесе урынбаҫары Сергей Рыбальченко тәҡдим иткән. Закон проекты демографик хәлде яҡшыртыуға һәм күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә матди ярҙам биреүгә йүнәлтелгән. Яңы түләү 2020 йылдан ғәмәлгә инер тип күҙаллана. Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ойошторған һорау алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, рәсәйҙәр был аҡсаны торлаҡ һатып алыу йәки төҙөлөш йә иһә йортто төҙөкләндереү, балаларҙың юғары профессиналь белеме һәм автомобиль һатып алыу өсөн тотонор ине.

Ғаиләләрҙең күпселеге илдә федераль аталыҡ капиталын индереү тураһынла идеяны хуплаған.
Читайте нас в