Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2019, 20:16

Беҙ улар өсөн яуаплы

Француз яҙыусыһы Антуан Сент-Экзюпериҙың “Бәләкәй принц” әкиәтенән “Беҙ ҡулға эйәләштергәндәр өсөн яуаплы” цитатаһын хужаһыҙ хайуандарға ҡарата йыш ҡулланабыҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр, уйлап тормайса, кесе дуҫтарын урамға сығарып ташлай. Бындай хайуандар торған һайын тирә-йүндәгеләрҙең йәшәйешенә хәүеф тыуҙыра. Бөгөнгө көндә был – йәмғиәтселекте борсой торған социаль проблемаларҙың береһе, уны хәл итеүҙең берҙән-бер юлы – тотоу.

Ауыл урамдарында хужаһыҙ агрессив хайуандарҙы күрһәгеҙ, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Был күренеш менән нисек көрәшергә? Ентекләберәк тикшерәйек.

Хужаһыҙ эттәрҙе тотоу күптән башланды инде. Тик тотҡанда, саралар бик рәхимһеҙ булған – уларҙы бары тик үлтергәндәр генә. Хәҙерге донъя хайуандарға ҡарата үҙен күпкә кешелекле тота.

Закон нигеҙендә, хужаһыҙ эттәрҙе тотоу менән махсус ойошмалар ғына шөғөлләнә ала. Ноябрь айынан башлап, Бишбүләк районы биләмәһендә хужаһыҙ хайуандарҙы тотоу һәм аҫрау буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү менән шәхси эшмәкәр “А.Л.Хөснөтдинов” БашветФорм” шөғөлләнә.

- Агрессия күрһәткән хайуанды күреп, яҙма ғариза менән ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризалар туранан-тура беҙгә тапшырыла, шунан һуң беҙ хайуандарҙы тотоу урынына барабыҙ.Ҡарауһыҙ, хужаһыҙ хайуандарҙы ваҡытлыса тотоу өсөн, барлыҡ ветеринария-профилактика саралары үткәрелә торған Бүздәк ауылындағы приютҡа урынлаштырыла. Уларҙы мал-тыуарҙы тикшереүсе махсус ветеринария табибы алып бара һәм диагноз ҡуя. Йәғни, барлыҡ кәрәкле процедураларҙы үтәгәндә, хайуандың тирә-йүндәгеләр өсөн ни дәрәжәлә хәүефле булыуын билдәләйбеҙ. Агрессив һәм ҡоторған хайуандарҙы юҡ итәбеҙ. Һау-сәләмәт булғандарын стерилләйбеҙ, дегельминтизация вакцинацияһы үткәрәбеҙ һәм бирка ҡуябыҙ, ун көн уҙғас, уларҙы элекке йәшәү урынына ҡайтарабыҙ, – тип һөйләй шәхми ойошма етәксеһе. – Хәҙер йорт хайуандарына: эт һәм бесәйҙәргә биркалар биреү актив алып барыла. Өлкәндәргә лә, балаларға ла зыян килтерҙәй эт-бесәйҙәрен иреккә сығарыусы хужалар штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылырға ла мөмкин.

Айгөл Гәрәева.
Читайте нас: