Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2019, 17:01

Пенсионерҙар туҡталышҡа социаль такси саҡырта аласаҡ

Бындай мөмкинлек киләһе йылдан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.

Рәсәйҙә 2020 йылдан пилот режимында «аҡыллы» туҡталыштар барлыҡҡа килеүе мөмкин. ТАСС еткергән хәбәргә ышанғанда, улар туҡталышҡа автобустарҙы автоматик рәүештә саҡырыу һәләтенә эйә буласаҡ. Туҡталышта кеше һаны 5–10 тирәһе булһа, система автобустарҙы маршрутҡа сығарасаҡ, тиелә. Бының өсөн махсус төймәгә баҫаһың, система туҡталыштағы кеше һанын асыҡлай һәм ҡарар ҡабул итә. Хаҡлы ялдағылар һәм ташламаға эйә булыусы башҡа кешеләр өсөн дә уңайлы яғы бар – улар туҡталышҡа социаль такси саҡырта аласаҡ.
Читайте нас: