Комиссия байрам ҡаласыҡтарының биҙәлешен, яҡтылыҡ элементтарын, иллюминацияларҙы, яңы йыл шыршыһының байрамса биҙәлешен, скульптура композицияларын, боҙ һындарҙы, әкиәт персонаждарын, ҡар тауҙарын баһалай.
Иң яҡшы яңы йыл ҡаласыҡтары урынлашҡан муниципаль берәмектәрҙең хакимиәттәренә аҡсалата премия тапшырыла: беренсе урын — 500 мең, икенсе урын — 200 мең, өсөнсө урын — 150 мең һум. Бүләк фонды муниципаль берәмекте төҙөкләндереүгә йүнәлтелә.