80 өлкәндәр поликлиникаһы туғыҙ күрһәткес буйынса баһаланған: участка табибына һәм тар белгестәргә яҙылыу күрһәткесе, тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртыу, стационарҙа һәм поликлиникала ҡуйылған диагноздарҙың тап килмәүе, халыҡтың диспенсеризация үтеү кимәле, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм шәкәр диабеты менән сирлеләрҙең хәле ҡатмарланыуы, туберкулез һәм яман шеш ауырыуҙарының аҙыуы һ.б.
Өлкәндәр поликлиникаһы араһында Өфө ҡалаһының 1-се дауаханаһы һәм Стәрлебаш, Талбазы, Миәкә, Асҡын, Асҡар, Языково, Шаран, Ҡырмыҫҡалы дауаханалары иң яҡшылары тип иҫәпләнгән.
Ә насарҙар рәтендә – Өфөнөң 8-се, 10-сы, 12-се, 13-сө һәм 32-се поликлиникаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се дауаханаһы, Большеусткинск, Балаҡатай, Сибай, Благовещен дауаханалары.
67 балалар поликлиникаһы төрлө күрһәткестәр буйынса баһаланған. Иң яҡшы унау исемлегендә – Ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош, Асҡын, Мәсәғүт, Нефтекама, Талбазы, Туймазы, Белорет, Үрге Йәркәй, Баймаҡ дауаханалары.
Ә Баҡалы, Ҡалтасы, Өфөнөң 4-се поликлиникаһы, Дим районы, Малояҙ, Йәрмәкәй, Шаран. Бишбүләк, Асҡар район дауаханаларының эше насар тип билдәләнә.