Дим буйҙары
+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноября 2019, 06:52
Ирҙәр өсөн приюттар асыла...
Рәсәй тип уйланығыҙмы әллә? Юҡ инде... Италияла!
Сөнки был илдә айырылышыу ирҙәрҙе бөлгөнлөккә төшөрә икән. 60 процент осраҡта суд торлаҡты балалары менән ҡатынына ҡалдыра. Бынан тыш, айырылған ирҙәрҙең 94 проценты алиментты балаға ғына түгел, ә элекке ҡатынына ла түләргә тейеш. Һөҙөмтәлә, айырылышҡан италиян кешеһе айына 1-1,5 мең евро аҡса түләй һәм ул күптәрҙең ҡулынан килмәй.
Йыш ҡына айырылған ирҙәр алимент ҡына түгел, хатта үҙенә торлаҡ арендалау өсөн дә түләй алмай. Улар дуҫтарында, таныштарында, ҡайһы берҙә машинала йоҡлай. Илдә ундай ир-егеттәрҙең һаны арта бара.
Проблема аҡрынлап дәүләт масштабын алған. Шуға күрә бөтә ил буйынса көслө заттар өсөн приюттар асыла башлаған. Уларға биналарҙы волонтерҙар йәиһә христиан ойошмалары бирә. Приютта бүлмәләр, дөйөм зал һәм аш-һыу бүлмәһе бар. Шунда уҡ улар балалары менән дә осраша ала. Әммә ир-егеттәр бында бер йылдан артыҡ ваҡытҡа ҡала алмай. Шунда йәшәгәндә эш һәм торлаҡ табырға тейеш.
kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"