Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноября 2019, 08:55
Көньяҡ Уралда - «Егәлгә» милли паркы
Яңы объект Силәбе өлкәһенең Ҡытау-Ивановск районында, ә бер өлөшө Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан. Уның майҙаны — 45 мең гектар. Яңы парк ағымдағы йылда «Экология» милли проектына ярашлы ойошторолған тәүге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе була.
Рәсәй премьер-министры һүҙҙәренсә, яңы парк булдырыу Рәсәйҙә туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш.
«Бында уникаль урманлы тәбиғәт комплекстары. Күп үҫемлектәр һәм йәнлектәр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Был ерҙәр һәр ваҡыт туристарҙы йәлеп итә, — тине премьер. — Хәҙер унда экологик туризмды үҫтереү, йәғни бының өсөн инфраструктура, яңы эш урындары булдырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр барлыҡҡа килде».
Вице-премьер Алексей Гордеев «Егәлгә» милли паркы Көньяҡ Уралдың үҙенсәлекле тәбиғәтен, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итер тип өҫтәне.
Белешмә. Егәлгә – Көньяҡ Уралда Йүрүҙән йылғаһының һул ярындағы тау һырты. Силәбе өлкәһе Ҡытау-Ивановск районының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Егәлгәнең көньяҡ сиге – Ҙур Шолом һыртының иң юғары нөктәһе (1427 метр) Башҡортостандың Белорет районында Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.
http://www.bashinform.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән