Дим буйҙары
+2 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноября 2019, 14:25
"Вечный зов" төшөрөлгән күперҙе һүтәсәктәр
Белорет ҡалаһындағы Рәсәйҙәге иң оҙон йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән ағас күперҙең емерелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Йәмәғәтселек уны тергеҙеүҙе талап итеп ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәне.
Добавить в предпочтительные источники Google
БР Башлығы Радий Хәбиров та "Инвестсәғәт"тә Белорет районы башлығы Владислав Мироновтан кеше йөрөү өсөн ҡулланылған ағас күперҙең яҙмышы тураһында ҡыҙыҡһынды. Ул ҡоролманы һүтеү тураһында ҡарар ҡабул ителеүен белдерҙе.
- Күперҙе тергеҙеп йәки ремонтлап булмай. Был эшкә бойондороҡһоҙ экспертиза ҡушыуҙан да файҙа юҡ. Беҙҙә яр буйы биләмәһен төҙөкләндереү буйынса концепция бар, уға күперҙе лә индерергә мөмкин. Был проектты финанслау мөмкинлеге буйынса тәҡдимдәр әҙерләйбеҙ, - тине ул.
Радий Фәрит улы күпер тирәһе биләмәһен төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәр индереүгә бер аҙна ваҡыт бирҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - Белорет ҡалаһы янында быуа аша һалынған оҙон ағас күперҙе үткән быуаттың 30-сы йылдарында металлургия комбинаты төҙөгән һәм аҙаҡ тәртиптә тотҡан булған.
Оҙонлоғо 550 метрлыҡ күпер һуңынан хужаһыҙға әйләнгән. Һуңғы бер нисә йылда уның аша үтеүҙе тыйҙылар. Ремонтлау өсөн 30 миллион һум, емереү өсөн 4 миллион һум аҡса талап ителгәс, күперҙе бикләп ҡуйҙылар.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"