Алыҫтан уҡ иғтибарҙы йәлеп итеп торған ижад емеше михайловкаларҙа һәм килгән ҡунаҡтарҙа һоҡланыу уята. Стела Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербы символикаһына оҡшаған, унда республиканың милли геройы — ярһыу атта Салауат Юлаев һүрәтләнгән. Тирә-яҡта үҙенең эштәре менән дан тотҡан тимерсе Олег Андреевтың сираттағы эше ауылдың Мәҙәниәт йорто алдында урынлаштырылған. Был изге эшен Олег Петрович Башҡортостан Республикаһы көнөнә бағышлаған.