Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2019, 11:21

Башҡортостанда ауыл халҡына телемедицина ярҙамы күрһәтелә

Республиканың Учалы дауаханаһында пациенттар терапевт консультацияһын онлайн режимда ала. Медицина тармағы Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин инициативаһы менән барлыҡҡа килгән “Сәләмәтлекте һаҡлау” дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә цифрлаштырыла.

Табиптар ярҙамы республикабыҙ халҡы өсөн уңайлыраҡ була бара. Телемедицина технологиялары уҙған йылдан бирле Учалы үҙәк ҡала дауаханаһында ҡулланыла башланы, тип хәбәр итә БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Баш табип Рөстәм Латипов яңылыҡтарға шат, сөнки улар республиканың иң йыраҡ төбәктәрендә йәшәүселәргә медицина ярҙамын күрһәтергә мөмкинлек бирә. Заманса мәғлүмәт технологиялары ярҙамында халыҡ кардиолог, эндокринолог, ревматолог, невролог һәм башҡа белгестәрҙән оператив консультациялар ала.

Онлайн-консультация үткәреү өсөн ФАП фельдшерҙары алдан уҡ телемедицина консультацияһы хеҙмәткәре менән элемтәгә сыға, уны үткәреү көнө һәм ваҡыты тураһында килешә.

Башҡортостан ауылдарында йәшәүселәр телемедицина өҫтөнлөктәренән тулыһынса файҙаланһын өсөн, Учалы үҙәк дауаханаһы үҙ аҡсаһына ФАП-тар өсөн ноутбуктар һатып ала. Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн аҙна һайын ҡала дауаханаһы конференц-залында яңы цифрлы технологияларға өйрәтеү ойошторола.

2019 йыл башынан Учалы табиптары 475 телеконсультация үткәргән һәм был күрһәткес буйынса улар республикала лидер булып тора. Өфө табиптарынан ҡала халҡы 300-ҙән ашыу консультация алды, ауыл халҡы табиптарға 165 тапҡыр мөрәжәғәт итте.

#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыБашкортостан

#регпроектыБашкортостан
Читайте нас: