Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2019, 14:13
Иң шәп ҡаҙҙы күрәһегеҙ киләме?
Федоровка районы ғәҙәти булмаған фестивалгә әҙерләнә.
30 ноябрҙә Федоровка ауылында “Terra — Gussia” фестивале үтәсәк. Был көндә үҙәк майҙанда күңелле сара ойоштороласаҡ. Атап әйткәндә, ҡаҙ продукцияһынан күргәҙмә, һәм ҡаҙ һатыу, “Ҡаҙ өмәһе” ғөрөф-ғәҙәтен күрһәтеү, халыҡ уйындары, спорт ярыштары һәм башҡа төрлө күңел асыу программаһы әҙерләнгән.
Райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре был фестивалде яңыса, ҡыҙыҡлы итеп үткәреүҙе күҙ уңында тота. Айырыуса ҡаҙ костюмы кейеп, төрлө уйындарҙа ҡатнашыусылар, бейеүселәр ыл байрамға йәм өҫтәйәсәк. Шулай уҡ ҡаҙ итенән аш-һыу рецептары, был төр ҡошсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр сығыштары ла көтөлә. “Күркәм ҡаҙ” конкурсы иһә ысын ҡаҙҙы кейендереү маҡсатын күҙ уңында тотасаҡ. Байрамға төрлө райондарҙан ҡунаҡтар, Өфөнән мәртәбәле кешеләр килеүе лә көтөлә.
kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"