Бынан тыш, республика етәксеһе Иҫке Ишембай ҡасабаһына барҙы һәм унда 2014 йылда оптималләштереү барышында ябылған медпунктты ҡараны. Урындағы халыҡ бер нисә йыл буйына уның эшен тергеҙеүҙе һораған. Быйыл урындағы бюджет аҡсаһына бина ремонтланған. Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшеүҙә халыҡты хеҙмәтләндереүҙең нисек барыуы, тар йүнәлешле белгестәргә яҙылыуға бәйле проблемаларҙың булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды. Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Руслан Хәбибуллин һүҙҙәренсә, бөгөн ҡаланың һәм райондың һаулыҡ һаҡлау системаһында 1500-ҙән ашыу белгес эшләй. Табиптар етешмәү мәсьәләләре яйлап хәл ителә, быйыл маҡсатлы килешеүҙәр буйынса 17 студент БДМУ-ла белем ала башлаған. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған биш белгес килешеү төҙөп, анестезиология-реанимация, дерматовенерология, терапия, онкология, травматология-ортопедия белгеслектәре буйынса ординатураға уҡырға ингән.