Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ноябрь 2019, 20:52
2020 йылда Рәсәйҙә утилләштереү йыйымының артыуы сәбәпле автомобилдәр ҡиммәтләнә
Рәсәй хөкүмәте 2020 йылда автомобилдәргә утилләштереү йыйымын арттырыуҙы хупланы. Тейешле ҡарарға премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә «КоммерсантЪ» гәзите.
Киләһе йылдың ғинуарынан моделдәрҙе яңыртыу һәм башҡа объектив сәбәптәр арҡаһында автомобилдәр ҡиммәтләнә, әммә утилләштереү йыйымының артыуы хаҡтарға өҫтәмә йоғонто яһай.
Айырыуса еңел автомобилдәр ҡыйбатлана – уртаса 110,7%. Бер литрға тиклем двигателле машиналар – 46,1%, 3,5 литрҙан ашыу двигателле машиналар —145%. Күпселек файҙаланған автомобилдәргә (1-2 литрлы двигатель) утилләштереү йыйымы 112,4% тиерлек арта.
"Башинформ".
Читайте нас: