Башҡортостанда 5,8 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ өсөнсө балаһын табырға йөрьәт иткән.
Ғаиләләрҙә 1,5 меңдән ашыу малай һәм ҡыҙ – дүртенсе, 900-гә яҡын сабый бишенсе һәм артабанғы бала булып донъяға килгән.
Ошо ваҡыт эсендә иң күп балалар Туймазы (976), Өфө (864) һәм Белорет (817) райондарында тыуған.
Ҡала округтарына килгәндә, бында, ғәҙәттәгесә, Өфө тыуым буйынса алдынғылыҡты бирмәй – 9 151 бала. Стәрлетамаҡта – 2 048 ҡыҙ һәм малай, Нефтекамала – 1 110.
Киреһенсә, ағымдағы йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда 36 883 кеше вафат булған, уларҙың 19 264-е – ир-егеттәр, 17 619-ы – ҡатын-ҡыҙҙар. Башстаттан хәбәр итеүҙәренсә, республикала үлгәндәрҙең дөйөм һанынан 27 888-е – эшкә һәләтле йәштән өлкән, 8 576-һы – иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ.
Сағыштырыу өсөн: 2018 йылдың ғинуар-сентябрендә Башҡортостанда 35 560 бала тыуған, 38 205 кеше вафат булған.