Дим буйҙары
+16 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
27 Ноября 2019, 05:37
Ҡатын-ҡыҙҙар йорт эштәренә күпме ваҡытын сарыф итә?
Рәсәй статистикаһы ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә бәйле мәғлүмәттәр йыйған.
Улар өй эштәрен башҡарыуға һәм балаларын тәрбиәләүгә йылына уртаса 1608 сәғәт сарыф итә – был өҫтәмә 201 эш көнө. Көнкүреш техникаһы көндәлек мәшәҡәттәренең ваҡытын ни бары 15 минутҡа ғына ҡыҫҡарта.
2013 йылда мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләгән ҡатындарҙың мәшғүллек кимәле 63,7 % тәшкил итһә, 2019 йылда – 67,1 %.
Советтар Союзы заманында уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың биш проценты ғына етәксе вазифаһын биләгән. Гүзәл заттарҙың эш хаҡы ир-егеттәрҙеке менән сағыштырғанда 20-30 процентҡа түбәнерәк булған. Был хәл хәҙерге Рәсәйҙең хеҙмәт баҙарында һаҡлана: ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәрҙән 10-20 процентҡа әҙерәк эш хаҡы ала.
Эксперттар билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡатын-ҡыҙҙар мәнфәғәтен яҡлаусы саралар күргән: 2017 йылда 2017-2022 йылдарға Милли стратегия ҡабул ителгән. Хеҙмәт баҙарында хоҡуҡтарҙы ҡыҫыуға ҡаршы саралар индерелгән: эш биреүселәргә зат, йәш һәм ғаилә хәле тураһындағы талаптарҙы вакансияларҙа күрһәтеү тыйыла.
Башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"