Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ноябрь 2019, 10:34

Башҡортостанда эконом класындағы торлаҡҡа мохтажлыҡ ҙур

Башҡортостанда күсемһеҙ милек баҙары эксперттары түңәрәк өҫтәл үткәреп, ошо тармаҡтағы тенденциялар буйынса фекер алышты.

Эксперттар фекеренсә, БР халҡының күпселегенең һатып алыу мөмкинлеге сикле булыуы девелоперҙарҙы арзаныраҡ торлаҡ төҙөүгә этәрә.

“Әле фатирҙарҙың күпселеге супер-эконом сегментында һатыла. Беренсе урында бына инде бер нисә ай этажында 22 квадрат метр майҙанлы 13-14 фатир булған торлаҡ комплексын һатыусы төҙөүсе тора”, - тип билдәләй “Жилстройинвест” белгесе Иван Зорин.

Башҡортостанда сафҡа индерелеүсе торлаҡ күләменең артыуы 2021 йылдан да иртәрәк мөмкин түгел, тип иҫәпләйҙәр РБК-Уфа эксперттары.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһы торлағы” төбәк проекты тормошҡа ашырыла.

#МиллиПроекттар

#ТөбәкПроекттары

#МиллиПроекттарБашҡортостан
Читайте нас: