Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ноябрь 2019, 20:43

"Урал легендаһы" юлға сыға

30 ноябрҙән Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының "Урал легендаһы" поезы тағы юлға сыға. Ул шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә йөрөйәсәк.

Ҡала яны поезы Өфөнән урындағы ваҡыт менән 6.07 сәғәттә ҡуҙғалһа, Яңы Абҙаҡҡа 13.07 сәғәттә барып етә. Билетты поездың үҙендә лә, Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар кассаларында, терминалдарҙа, шулай уҡ "Пригород" һәм "РЖД пассажирам" мобиль ҡушымтаһы ярҙамында алырға мөмкин. Поезд Дим, Өршәк, Асы, Инйәр, Айғыр, Белорет станцияларында туҡталыш яһай. Кире рейсҡа 17.21 сәғәттә ҡуҙғала һәм 23.17-елә Өфөлә буласаҡ. Баш ҡаланан Яңы Абҙаҡҡа тиклем билет хаҡы – 655 һум 20 тин. Уҡыусыларға, балаларға ташламалар бар.

Поезд "Урал легендалары" Башҡортостандың тау курорттары"ның туристик-рекрацион кластеры ҡунаҡханалары яҡын урынлашҡан станциялар аша үтә. Артабан туристарҙы уңайлы автобустарҙа отель хужалары үҙҙәре килеп ала.

Куйбышев тимер юлы тәҡдим иткән ике, өс вагонлы "Урал легендалары" проекты харап уңайлы. Спорт ҡорамалдары ҡуйыу өсөн кәштәләр ҡуйылған, биобәҙрәфтәр бар, гаджеттарға көс йыйҙырырға, сымһыҙ Интернет менән файҙаланырға мөмкин. Өфөнөң билдәле фотографтары вагондарҙы эске яҡтан биҙәү өсөн үҙҙәренең эштәрен дә әҙерләп ҡуйған.

Былтыр ҡыш миҙгелендә (ноябрь – март айҙары) был поезд 10 меңдән ашыу кешене ташыған. Проектты пассажирҙар һәм туристик эшҡыуарҙар юғары баһалаған. Ул республиканың 10 иң яҡшы мөһим ваҡиғаһы исемлегенә ингән. Бындай ысул менән пассажирҙар ташыу идеяһын үҙ сиратында Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенең турист компаниялары ла хуплаған, поезд килгән ваҡытта пассажирҙары килеп алыуҙы ойошторған. Был ҡала яны маршрутының популярлығын һәм хеҙмәтләндереү сифатын күтәрә.
Читайте нас: