“Демография” милли проекты сиктәрендә булдырылған “Өлкән быуын” төбәк проектына ярашлы, махсус автотранспорт һатып алыу өсөн федераль бюджеттан республикаға 34,2 миллион һум аҡса бүленгән. Август айында 18 микроавтобус алынған. Уларҙың барыһы ла оло йәштәгеләргә, инвалид коляскаһында хәрәкәт итеүселәргә салонға инеүҙе тотҡарлыҡһыҙ иткән электр күтәргес менән йыһазландырылған.
Бөгөн төбәгебеҙҙә 65 йәштән өлкән 220 меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларға сәләмәтлеген тикшертеү өсөн дауаханаға йөрөүҙе уңайлы итеүҙе хәстәрләгән ҡарар быйыл 22 октябрҙә ҡабул ителде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ “Ауыл ерендә йәшәгән 65 йәштән өлкән кешеләрҙе медицина ойошмаларына ташыу тәртибе тураһында” тип атала.