Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноябрь 2019, 11:09
Өфөлә «Агробизнес мәктәбе» асыла.
Ауыл хужалығы кооперацияһы һәм фермерҙарҙы үҫтереү өлкәһендә компетенциялар үҙәге БР Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә «Агробизнес мәктәбе» аса. Унда тармаҡта үҙҙәренең бизнес проекттарын тормошҡа ашырырға теләүселәр уҡый ала.
Дәрестәр Өфөлә 10-13 декабрҙә уҙасаҡ. Уҡытыу бушлай, аҙаҡтан сертификаттар биреләсәк.
Был проект республикала өсөнсө йыл эшләй. Унда эшен яңы башлаусылар менән тәжрибәле эшҡыуарҙар ҡатнаша аласаҡ. Уларға бизнесты заманса алып барыу, үҙ-үҙеңде үҫтереү белемдәре биреләсәк. Лекциялар һәм тренингылар баш ҡалала дүрт көн дауамында иртәнге сәғәт 10-дан киске 7-гә тиклем уҙасаҡ. Лекторҙары - БР власть органдары етәкселәре, әйҙәүсе бизнес тренерҙары һәм консультанттары, практикалаусы агробизнесмендар.
«Агробизнес мәктәбе» партнерҙары - БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостандың йәш депутаттар һәм эшҡыуарҙары ассоциациялары.
Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 291 26 67
shonkar.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"