Дим буйҙары
+3 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноября 2019, 06:12
Президент балаларға айлыҡ түләүҙе бөтөрҙө
Владимир Путин 1994 йылғы указды ғәмәлдән сығарҙы. Уны шул осорҙағы Рәсәй Президенты Борис Ельцин имзалағайны. Эйе, бәлки, иҫегеҙгә төшкәндер: баланың өс йәшенә тиклем түләнә торған 50 һум аҡса ине ул.
Белһәгеҙ, 1,5 - 3 йәшлек балалар өсөн ай һайын 50 һум (!!!) аҡса алып ятыусылар ҙа бар. Шул хәҙер булмаясаҡ. Йәғни, Путин ҡултамғаһы менән 2020 йылдың 1 ғинуарынан бөтөрөлә.
Әле яңы документ йыйып алып барып биргән булһағыҙ, ул ваҡыты үткәнсегә тиклем түләнәсәк.
Ҡайғырмағыҙ! Быйыл йәй Президент Хөкүмәткә яңы йыл башынан әҙ килемле ғаиләләргә 1,5 - 3 йәшлек балаһы өсөн ай һайын йәшәү минимумы күләмендә аҡса түләргә әҙерләнергә ҡушҡайны. Тиҙ арала эш эшләнде, аҡса табылды (2020 йыл өсөн - 74,9 млрд һум), закон сыҡты. 1 ғинуарҙан ғәмәлгә инәсәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән