Дим буйҙары
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2019, 21:34

Бал ҡорттарына ла тамға кәрәк

Хәҙер ҡортсолоҡ күп ғаиләләрҙе төп килем менән тәьмин иткән эшмәкәрлек төрөнә әйләнде. 1 августан республикала умарталарға электрон чиптар ҡуйыла башланы.

Был алым ярҙамында ветеринарҙар ревизия ваҡытында бал ҡорттары ғаиләһенә быға тиклем ниндәй профилактик саралар ойошторолған булыуын ҡарай ала, дауалау юлдарын барлай. Балды һатыуға сығарғанда ветеринар теркәп ебәргән документта умарталыҡ тураһында был мәғлүмәттәр асыҡ күренәсәк.

Республика ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин әйтеүенсә, был эш "Рәсәй Федерацияһында һанлы иҡтисад" милли проектына ярашлы башҡарыла.

Ҡорттар бал йыйған осорҙа хужалары уларҙы сит төбәккә лә алып сыға. Был үҙенә күрә мәшәҡәттәр ҙә тыуҙыра.

– Хәҙер ҡорттарҙы көньяҡтан күпләп килтерәләр. “Меркурий” мәғлүмәт системаһы ярҙамында документтарҙы тикшереү менән бер рәттән, мал, ит-һөт аҙыҡтарының ҡайҙан, кемдән һатып алыныуын ғына түгел, ҡорттарҙы ла ҡарай алабыҙ, – ти тармаҡ етәксеһе. – Махсус рөхсәт ҡағыҙынан тыш килтерелгән ҡорттарҙың сығышы билдәһеҙ тип иҫәпләнәсәк һәм улар башҡа умарталыҡтарҙан биш саҡрым алыҫлыҡта урынлаштырыласаҡ.
Читайте нас в