Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Декабрь 2019, 14:23

Иғтибар: мутлашыусыларҙың яңы алымы

Был юлы кешене алдау схеманы шулай: кеше әҙерәк булған банкоматҡа киләләр ҙә, йәнәһе, картаһын терминалда ҡалдырған булалар. Ә аҡса алырға торған сираттағы кеше, уны-быны уйлап тормай, теге картаны һурып ала. Етмәһә, ой, бына, картағыҙҙы оноттоғоҙ, тип "теге" клиенттың артынан ҡысҡырыр әле. yeshlek.rbsmi.ru

Шул арала картаһын онотмош кеше килеп, йәнә бер тапҡыр тикшереп ҡарарға була һәм картаны банкоматтан һурып сығарған кешегә, һеҙ минең аҡсамды алғанһығыҙ бит, тип бәләһен һала. Шунда уҡ шаһиттар ҙа (мутлашыусылар алдан ойоштора барыһын да) табыла. Имеш тә, 10-15 мең һум аҡса бына әле генә юҡ булған. Ә картала бармаҡ эҙҙәре бар.

Мутлашыусы картаһын алып биргән кешегә янай башлай, полиция саҡыртырға теләй, шаһиттары баш һелкеп тора. Кеше полиция менән бәйләнмәҫ өсөн йыш ҡына аҡсаһын тоттороп китә икән. Әйткәндәй, енәйәтселәр кемде "ҡорбан" итеүҙе бик йәтеш билдәләй: йә яңғыҙ әбейҙе йә асығауыҙ күренгән кешене.

Һаҡ булығыҙ! Мең дә беренсе тапҡыр иҫкәртәбеҙ: һеҙҙе таларға теләүселәр аҙым һайын. Ят кешегә тиҙ генә ышанмағыҙ!
Читайте нас: