Быйыл Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Яңы йыл ялдарын ҡыҫҡартырға тигән тәҡдим индергән.
Улар Яңы йыл каникулдарын 31 декабрҙән 3 ғинуарға тиклем ҡалдырырға тәҡдим итә.
– Теләктәре булғандар үҙ Яңы йыл каникулын отпуск иҫәбенә оҙайта ала. Әгәр кешегә ял оҙаҡ кеүек тойола икән, ул рәхәтләнеп эшкә сыға, – тип аңлата парламент депутаттары.
Шулай әлегә уларҙың ниәте тәҡдим генә булып ҡала. Ҡанун буйынса, 2020 йылда Рәсәй халҡы 1–8 ғинуарға тиклем ял итә.