Дим буйҙары
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2019, 20:45

Сәтләүектән урама

Ваҡыт булғанда яҡындарыбыҙҙы тағын бер тәмлекәс менән һыйлайыҡ әле...

Ингридиенттар:

Ҡамыр өсөн:

* 2 стакан он, 0, 5 стакан шәкәр, 50-100 грамм аҡ май йә маргарин, 1 йомортҡа, 4 аш ҡалағы ҡуйы магазин ҡаймағы, 1/4 балғалаҡ тоҙ, 1/4 балғалаҡ аш содаһы

Эслек өсөн: 1 стакан грек сәтләүеге, 0,5 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы бал, 1/8 балғалаҡ корица

Ҡамыр өсөн бар ингридиенттарҙы ҡушып бутайбыҙ һәм шәрбәтле ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы йәйәбеҙ, бер яҡ осон бер аҙ йоҡараҡ итәбеҙ. Йоҡараҡ яғына бал һылайбыҙ ҙа, өҫтөнә шәкәр, онталған сәтләүек һибәбеҙ. Икенсе яғына йомортҡа туҡып һөртәбеҙ.

Хәҙер инде урама формалаштырырға ҡалды. Уны йоҡараҡ яғынан башлайбыҙ. Әҙер ураманы майлы табаға урынлаштырабыҙ. Өҫтөнә йомортҡа һөртөп, бер нисә урындан тишеп сығабыҙ.

Эҫе духовкала бешереп алабыҙ.

Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Читайте нас в