Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы. «Иштуған» ҡыҫала тотоу фестивален ойоштороусыларҙың береһе, ғаилә лагерҙарын ойоштороусы, Башҡортостан һәм Урал төбәктәре буйлап үҙаллы сәйәхәт итеү блогы авторы Рина Гринберг үҙенең сәхифәһендә ошо хаҡта хәбәр итте.
2018 йылдың мартында Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы, тәбиғәткә зыян килтерә тип, «Ирәмәл» паркы биләмәһендә ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙе тыйҙы. Был ҡарар йәмәғәтселектә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Туризм буйынса белгестәр һәм урындағы халыҡ туристар ағымының кәмеүе ихтимал тигән фекер белдерҙе, сөнки мөмкинлектәре сикләнгәндәр генә түгел, өлкәндәр, саңғыла йөрөй белмәгән тәжрибәһеҙ туристар ҙа тауға ҡаргиҙәргә күтәрелә ине. Тәртипһеҙ рәүештә йөрөү генә зыян килтереүе мөмкин, билдәләнгән маршрут буйынса хәрәкәт итеү парк өсөн дә, туристар өсөн дә хәүефһеҙ, тип иҫәпләй экологтар.
Декабрҙә Учалы районының Байһаҡал ауылы, халҡы хәлде асыҡлауҙы һәм уларға туристарҙы ҡаргиҙәргә йөрөтөргә рөхсәт биреүҙе һорап, Радий Хәбировҡа асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте. 2019 йылдың башында ғалим-биологтар тауға артылыу өсөн альтернатив маршруттар төҙөнө. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы тәбиғәт паркы документтарына үҙгәрештәр әҙерләне, хөкүмәт уларҙы раҫланы. Туристарға Дирекция килешеүҙәре буйынса һәм дәүләт инспекторҙары контроле аҫтында ғына ҡаргиҙәргә йөрөү рөхсәт ителә.
Силәбе өлкәһенең «Йөрәккүл» милли паркы буйлап ҡаргиҙәргә йөрөү ҙә түләүле.