Дим буйҙары
-3 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
5 Декабря 2019, 10:07

Студенттар язаға тарттырылған

2019 йылда Ҡазан Федераль университетының Яр Саллы филиалында белем алыусы 60 студентты уҡытыусыға ришүәт (взятка) биргән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырғандар.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Татарстанда белем биреү өлкәһендә ришүәтселек кәмемәй. Уҡытыусыларҙың имтихан, зачет өсөн ришүәт алыу күренеше дауам итә. Шулай уҡ белем биреү ойошмаларының милеген урлау факттары ла бар», — ти Тикшереү идараһының контроль-тикшереү бүлеге етәксеһе Павел Ҡәйүмов.

Ҡәйүмов әйтеүенсә, закон боҙоуҙарҙың иң күбе КФУ-ҙың Яр Саллылағы филиалында булған. Енәйәт эштәре асылған, юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәрен генә түгел, ә студенттарҙы ла яуаплылыҡҡа тарттырғандар. Тикшеренеү буйынса, студенттар үҙҙәре лә уҡытыусыларҙы ришүәт алыуға этәрә.

Белеүебеҙсә, ришүәтселек өсөн алған кешегә лә, биргән кешегә лә закон ҡаты.

Татинформ.
Читайте нас