Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2019, 19:16

Аш-һыу серҙәре

Яҡындарығыҙҙы, ҡунаҡтарҙы аш-һыуға маһирлығығыҙ менән хайран иткегеҙ килһә, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

1. Һурпаның күбеген ваҡытында һѳҙѳп алмаһағыҙ, ит бешкән кәстрүлгә бер сынаяҡ һыу ҡойоғоҙ. Күбек яңынан ҡалҡыр.

2. Тауыҡ һурпаһына кишер һәм һуғандан башҡа бер ниндәй аш тәмләткестәр һалмағыҙ, юғиһә ул тәмен юғалтыр.

3. Аштың тәмен боҙмайым тиһәгеҙ, лавр япрағын ашта ҡалдырмағыҙ.

4. Һутлы, йомшаҡ котлеттар әҙерләр ѳсѳн фаршҡа ваҡ ҡына итеп турап, еңелсә ҡыҙҙырылған ярты һуған һәм ҡырғыстан үткәрелгән картуф ѳҫтәргә кәрәк.

5. Котлет формаһын юғалтмаһын һәм һуты ағып сыҡмаһын ѳсѳн, тәүге минутта уны кѳслѳ утта ҡыҙҙырып алығыҙ, һуңынан утын кәметегеҙ. Котлетты икенсе яғына әйләндергәс, утты йәнә кѳсәйтеп алығыҙ.

6. Балыҡ киҫәктәргә ваҡланмаһын һәм алтын тѳҫкә инһен тиһәгеҙ, ҡурырҙан алда 10-15 минут элек таҫтамал менән ҡоротоп, тоҙ менән әүәләгеҙ.

7. Ҡырылған сей картуф ҡараймаһын ѳсѳн уға бер аҙ һѳт ҡушыу зарур.

8. Картуф пюреһын ҡулдан иҙһәгеҙ, ул тәмен юғалтмаҫ.

9. Сүпрәле ҡамырға бешкән картуфты һыуытып, ваҡ ҡырғыс аша үткәреп ҡушһағыҙ, ул йомшаҡ һәм ҡабарынҡы булыр.

10. Ҡамыр тиҙерәк ҡалҡһын тиһәгеҙ, уға бер нисә ерҙән кѳпшәле макарон ҡаҙағыҙ.

11. Эҫе табаға тѳшкән аҡ май ҡараймаһын ѳсѳн табаны башта кѳнбағыш майы менән майлап алығыҙ.

12. Табалағы май сәсрәп ыҙалатһа, ризыҡты ҡурыр алдынан таба тѳбѳнә саҡ ҡына тоҙ һибегеҙ.

13. Кѳнбағыш майын салатҡа тоҙ, аш һеркәһе һәм борос һалғандан һуң ғына ҡоялар.

14. Табынға ҡуйыр алдынан майонезлы салатҡа йә винегретҡа лимон ҡабын һалып тороғоҙ – ризыҡ үҙенсәлекле тәм алыр.

"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: