Фатирың бәләкәй булһа, кешенән башҡа йән эйәһе йәшәргә тейеш түгел һымаҡ килеп сыға. Йәғни сенаторҙар өйҙә эт-бесәй аҫрауҙы фатирҙың метражына ҡарап рөхсәт итергә кәрәк, тип белдерә. Мәҫәлән, фатирың 54 кв.м булһа, унда өс кеше йәшәһә, бесәй һыймаясаҡ. Уның янына эт һыймаясаҡ. Һәр хәлдә бөгөн ҡала фатирҙарында 20-ләп бесәй аҫраусы алйоттар етерлек. Шулай уҡ урамда осратҡан берәҙәк һәр хайуанды өйөнә ташыған сәйер әҙәмдәр ҙә осрай.
Әлегә аныҡ майҙандар күрһәтелмәгән. Кеше өсөн нормаларҙы хәтергә төшөрәйек. Санитария ҡағиҙәләре буйынса бер кешегә алты квадрат метр тейеш. Ә төп норма - социаль норма (уңайлы йәшәү өсөн минималь майҙан) - буйынса бер кешегә 33 квадрат метр билдәләнгән. Ике кешегә - 42, өс кешегә 54 кв.м.
Хәҙер ана шул нормаларҙан сығып, эт һәм бесәйҙәргә лә майҙан иҫәпләйәсәктәрме икән? Нимә, фатирҙарҙы ҙурыраҡ төҙөй башларҙармы әллә кешегә ма
Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы урамда морондоҡһоҙ, бәйһеҙ йөрөтөргә ярамаған хәүефле эт тоҡомдары исемлеген баҫҡан. Бында 13 тоҡом индерелгән: аҡбаш, Америка бандогы, амбульдог, Бразилия бульдогы, булли кутта, саф ҡанлы алапах бульдогы (отто), бэндог, гуль дог, питбуль мастиф, Төньяҡ Кавказ эте, эт менән бүре гибриды, волкособ (бүре гибриды) һәм бөтә һаналған тоҡомдарҙың ҡушылдыҡтары.