Дим буйҙары
+22 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабря 2019, 13:55
Өфө менән Ҡазан араһында тура тимер юл бәйләнеше
9 декабрҙән Өфө менән Ҡазан араһында тура тимер юл бәйләнеше тергеҙелә. .
Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Өфөнән пассажирҙар таҡ көндәрҙә Ульяновскиға тиклем 347Й «Өфө – Санкт-Петербург» поезының «Өфө – Ҡазан» вагондарына ултырып китә ала. Артабан маршрут 125Й «Һамар – Ҡазан» поезы составында дауам итә. Өфөнән көндөҙгө сәғәт 12 тула 3 минутта ҡуҙғала, Ҡазанға таңғы 7-се 20 минутҡа барып етә. Юлға 20 сәғәт 23 минут ваҡыт китә. Ҡазандан Өфөгә күсеп ултырмай торған вагондарҙа 125Г «Ҡазан – Һамар» һәм 392У «Мәскәү – Силәбе» поездары менән йоп көндәрҙә ҡайтырға мөмкин. Ҡазандан Мәскәү ваҡыты буйынса киске 10-сы 20 минутта юлға сыға, Өфөгә киске 9-сы 29 минутҡа ҡайтып етә. Юлға 21 сәғәт кәрәк. Ҡазандан Өфөгә билет хаҡы: купе — 1990 һум, плацкарт -1107 һум. Өфөнән Ҡазанға: купе — 1810 һум, плацкарт — 1107 һум.
Башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"