Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Декабрь 2019, 11:44

Яңы йылды ситтә ҡаршылайым тип...

Яңы йылды өйҙә, яҡындары янында үткәргәндәр менән бер рәттән, сит илдә, башҡа төбәктәрҙә һәм ҡалаларҙа ҡаршылаусылар ҙа бихисап.

Ундайҙар билеттарҙы байрам алдынан хәстәрләп ҡуя, сөнки көнөндә был мәсьәлә киҫкен буласаҡ. Әммә һәр осраҡта ла үтә һаҡ булыу фарыз, сөнки мутлашыусылар гел генә табылып тора.

Өфөлә полицияға 47 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул самолетҡа билет алырға ниәтләгән. Интернетта махсус сайт табып теркәлгән, күрһәтелгән иҫәпкә аҡса күсергән. Унан һуң ҡатындың электрон адресына билеттар килергә тейеш булған, әммә был тормошҡа ашмаған.

Ҡатын 13 мең һум аҡсаһын мутлашыусыларға күсергән, имеш. Уға көтөлгән сәйәхәтен кисектереп торорға тура килгән.

Әлеге ваҡытта тикшереү эше бара.

Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы иғтибарлыраҡ булырға, электрон билеттарҙы тикшерелгән сайттарҙа һатып алырға саҡыра. Бик түбән хаҡтар ҙа шик тыуҙырырға тейеш.
Читайте нас: