Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Декабрь 2019, 15:07

Рәсәйҙә алама ғәҙәттәрҙең рейтингы төҙөлгән.

Рейтингта илдең 85 субъекты ҡатнашҡан.

2018 йыл йомғаҡтары буйынса халыҡтың насар ғәҙәттәре булмаған төбәктәр рейтингында Башҡортостан, 69,8 балл йыйып, 42 урынды алды. 2017 йылда республика 39--сы ине.

Төбәктәрҙә йәшәүселәр араһында киң таралған зарарлы ғәҙәттәр тәмәке һәм алкоголь ҡулланыу, алкоголь һәм наркотик исереклек халәтендәге енәйәттәр һаны, спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыу, үлүселәр, наркотик кеүек әйберҙәр ҡулланыу һөҙөмтәһендә булған енәйәттәр һаны иҫәпкә алынды.

Рейтинг мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә һау-сәләмәт йәшәү рәүешен Төньяҡ Кавказ Республикалары — Чечен Республикаһы, Ингушетия һәм Дағстан халҡы алып бара. Татарстан һәм Һарытау өлкәһе «сәләмәт» төбәктәрҙең унлығы исемлегенә ингән. Рейтинг аҙағында - Ямал-Ненец автономиялы округы, Камчатка һәм Магадан өлкәһе.

Ике баш ҡалаға килгәндә, зарарлы ғәҙәттәр таралыу рейтингында уларҙың позициялары уҙған йыл менән сағыштырғанда бер аҙ яҡшырған. Мәскәү 53-се, был алдағы йыл менән сағыштырғанда дүрт урынға юғарыраҡ, Санкт-Петербург 70-се урынға күтәрелгән - был уҙған йылғы күрһәткестән алты баҫҡысҡа яҡшыраҡ.

“Өмөт ”гәзитенән.
Читайте нас: