Башҡортостанда математика лицей-интернаты асыласаҡ
2020 йылда Өфөлә һәләтле балалар өсөн математика һәм IT-технологиялар өлкәһендә республика лицей-интернаты асыласаҡ. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайға йүнәлтмәһендә республика Башлыгы Радий Хәбиров белдерҙе.
Республикала математика мәктәбен асыу идеяһын билдәле педагогтар Михаил Саханевич һәм Александр Столяров күтәреп сыҡҡан.