Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2019, 11:12

Путин туңдырма ярата

Кремлдең шеф-ашнаҡсыһы ил Президентының яратҡан аҙыҡтары тураһында һөйләгән.

Кремлдең шеф-ашнаҡсыһы Анатолий Галкин әйтеүенсә, Владимир Путин иртәнге ашҡа дөгө бутҡаһы ашарға һәм йәшел йәки үлән сәйе эсергә ярата. Шулай уҡ ул йыш ҡына ҡарабойҙай һәм тары бутҡаһы ашай, ә һоло бутҡаһын бик үк өнәп етмәй. Бынан тыш, Президент өҫтәлендә һәр ваҡыт еләк-емештәр һәм йомортҡа була.

Эш сәфәрендә булғанда, ил башлығы урындағы ризыҡтарҙы тәмләп ҡарауҙы хуп күрә. Интервьюларҙың береһендә Рәсәй Президенты ит һәм балыҡ араһынан һайлағанда, бигерәк тә икенсеһен өҫтөн күреүен белдерҙе. Ит ризыҡтарынан ул һарыҡ итен үҙ итә. Десерттарға битараф, ә шулай ҙа туҡдырманы бик ярата икән.

#ВладимирПутин
Читайте нас: