Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2019, 20:56

Аталыҡ капиталын булдырыу ихтимал

Башҡортостанда өсөнсө бала тыуған осраҡта атайлыҡ капиталын түләү планлаштырыла.

Республика Йәмәғәт палатаһы йыл аҙағына тиклем проект буйынса фекер алышыу үткәрә һәм уның ҡарарын Рәсәй Йәмәғәт палатаһына ебәрәсәк. Хәҙерге ваҡытта икенсе һәм унан һуңғы бала тыуған йәки уллыҡҡа алынған осраҡта ғаилә әсәлек (ғаилә) капиталы формаһында дәүләт ярҙамын алыуға иҫәп тота. Атайлыҡ капиталын иһә өсөнсө бала тыуғанда түләү күҙаллана. Ул әсәлек капиталына өҫтәмә буласаҡ һәм балалар бер ғаиләлә тәрбиәләнгән, ата-әсәһе рәсми рәүештә теркәлгән никахта торған осраҡта ғына биреләсәк.

"Осҡон" гәзитенән.
Читайте нас: