Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабря 2019, 16:03
Башҡорт теле көнө рәсми рәүештә раҫланырмы?
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт йәмәғәт ойошмалары исеменән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итеп, мәғрифәтсе М. Аҡмулланың тыуған көнөн, йәғни 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө тип раҫлауҙы һораны.
Был тәҡдим V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ла күтәрелде. 2016 йылдан башлап был көндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мәғариф министрлығы башланғысы менән республикала башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар уҙғарыла. Хат авторҙары рәсми булмаған байрамды раҫлауҙы һорай. ЮНЕСКО-ның 2018 йылғы «Юғала барған телдәр» атласына ярашлы, башҡорт теленә юғалыу хәүефе янай. Рәсми рәүештә республиканың дәүләт теле булған башҡорт теле көнө булдырыу уны өйрәнеүҙе һәм файҙаланыуҙы тәьмин итеү туған телдең бәҫен күтәреүҙә һәм төбәк берҙәмлеген һаҡлауҙа мөһим аҙым булып тора», – тиелә мөрәжәғәттә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"