Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Декабрь 2019, 11:01

Өфөлә Октябрь революцияһы урамы йәйәүлеләр өсөн буласаҡ

Радий Хәбиров Өфө үҙәгендә йәйәүлеләр урамын булдырыу пландары менән бүлеште. Октябрь революцияһы урамы йәйәүлеләр өсөн булыуы ихтимал.

Әлегә властарҙың урамды яр буйына төшөү юлына әүерелдереү буйынса «эш версияһы» бар.

«Беҙ бында төҙөлөш менән инергә теләмәйбеҙ, ошо боронғо биналар эшләй башлаһын өсөн унда тәртип урынлаштырырға кәрәк», — тине республика етәксеһе 10 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ултырышында.

Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Эльза Мәүлимшина Өфөлә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау проблемалары хаҡында һөйләне. Ул ҡаланы шартлы рәүештә өс зонаға бүлде: тарихи үҙәк, иҫке Өфө һәм Черниковка. Һәр зона буйынса проблемалар айырыла. Иҫке үҙәк йәһәтенән боронғо биналарҙы реконструкцияларға һәм уларҙы коммерция маҡсатында файҙаланырға әҙер потенциаль инвесторҙар бар. Ҡалала бөтәһе 182 мәҙәни мираҫ объекты асыҡланған.

Радий Хәбиров архитектура яҡлаусыларын хупланы. Республика башлығы һүҙҙәренсә, ул республикаға килгәнсе 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөүгә рөхсәт бирелгән.

Уларҙы кире алыу өсөн нигеҙле ысулдар юҡ. Шуға күрә ҡалала йә унда, йә бында тарихи төҙөлөш урынында күп ҡатлы йорттар ҡалҡып сыға», — тип билдәләне ул.
Читайте нас: