Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Декабрь 2019, 14:01

Совет ултырышы - башҡорт телендә

Һуңғы осорҙа Башҡортостан төбәктәрендәге йыйылыштарҙың дәүләт телдәрендә ойошторолоуы матур күренешкә әйләнә бара. Кисә, йәғни 11 декабрҙә беҙҙең Бишбүләк район советы депутаттарының сираттағы XXVII ултырышы тәүге тапҡыр башҡорт телендә үтте.

Сарала ҡаланың төрлө ойошма, учреждение етәкселәре, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Ултырышта район һәм ҡалала социаль проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы ҡаралды, Яңы йыл байрамдарын матур итеп үткәреү мәсьәләләре күтәрелде.

Депуттар ҡарамағына өс мәсьәлә сығарылды. Тәүгеләрҙән булып район хакимиәтенең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Артур Амур улы Ғәлиев сығыш яһаны.

- Район хакимиәтенең башлығы ҡарары нигеҙендә “2014-2017 йылдан алып 2020 йылға тиклем Бишбүләк муниципаль ауыл биләмәләрен тораҡ менән тәьмин итеү” программаһы раҫланды. Был йәһәттән ошо осорҙа 2014-2019 йылдарҙа 68 ауылда йәшәүселәргә, йәғни йәш ғаиләләргә 64 млн 620 мең һум күләмендә аҡса бүленде, шулай уҡ урындағы бюджеттан 2 млн 967 мең һум тәшкил итте. Шул иҫәптән, 50 меңдән ашыу к.в метр торлаҡ сафҡа индерелде.

Ҡорған ауылында 7 мең 700 метр оҙонлоғонда газ селтәре үткәрелде. Бының өсөн Башҡортостан Республика ҡаҙнаһынан 771 мең һум, район бюджетынан 274 мең һум күләмендә аҡса бүленде. Бишбүләк ауылынан ҡулланыусылар өсөн электр менән тәьмин итеү өсөн ауған линияларға реконструкция үткәрелде. Был объектҡа - 9 млн 228 мең 684 һум аҡса бүленде.

2016 йылда Бишбүләк ауылының төньяҡ-көнбайыш микрарайонында 7 млн 642 мең суммаға 853 мең 500 метр тәшкил иткән газ бүлеге үткәрелде. Дүсән ауылының төньяҡ микрорайонында 7 мең 300 метр оҙонлоғондағы һыуүткәргес булдырылды., - тип Артур Амур улы төҙөлөш эштәренә ниндәй күләмдә һәм ниндәй сығанаҡтарҙан файҙаланыуы тураһында ентекләп һөйләне.

Мәғариф бүлеге хеҙмәткәре Руслан Ниғәмәтйәнов иһә «Мәғариф» милли проекты буйынса отчет тотто. Берҙәм һалым тураһында Әнүзә Лотфуллина һөйләп үтте. Ултырыштың һуңында муниципаль район хакимиәте башлығы Наил Ғабдулла улы Ғатауллин Яңы йыл байрамдарын хәүеф-хәтәрһеҙ, тейешле кимәлдә уҙғарыу өсөн әленән үк ентекле әҙерләнергә саҡырҙы.

Ләйлә Ғүмәрова.
Читайте нас: