Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2019, 14:22

Артҡа тәгәрәйбеҙ

Илдә тәмәке тартыу, хәмер ҡулланыу, хәмер эсеп ағыулланып үлеүҙәр, наркотик ҡулланыу менән бәйле һәм иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр һанын иҫәпләп сығарып, Рәсәй төбәктәренең рейтингы төҙөлгән.

Халыҡтың алама ғәҙәттәргә бирешмәүе яғынан Башҡортостан 42-се урында тора. Әйткәндәй, Татарстан рейтингта беренче унлыҡҡа ингән.

"РИА Новости" булдырған был исемлектә беренсе урындарҙы Төньяҡ Кавказ республикалары алып тора. Беренсе унлыҡҡа Волгоград өлкәһе (6-сы урын), Тамбов өлкәһе, Ставрополь крайы һәм Саратов өлкәһе лә ингән (10-сы урын).

Рейтинг мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Татарстан үҙ һөҙөмтәләрен, алдағы йылдағылары менән сағыштырғанда, һиҙелерлек яҡшыртҡан. 2017 йылда ул 16-сы урында булған.

Башҡортостан иһә бер йыл эсендә өс пунктҡа түбән төшкән. 2017 йылда ул 39-сы урында булған.

Халҡының насар ғәҙәтләре яғынан иң ауыр хәлдәге төбәктәр – Ямал-Ненец автономиялы округы, Камчатка крайы, Магадан өлкәһе, Бурятия Республикаһы, Яһүд автономиялы округы, Сахалин өлкәһе.

Мәскәү рейтингта 53--се урында, Петербург 70-се урынды биләй.
Читайте нас: